Поздравляем Сафину Аделю




Гимназияла беренсе йыл ғына уҡыһалар ҙа, 1а класы уҡыусылары бик күп конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр яулап торалар. Сафина Әҙилә "Ғилми тикшеренеү эше" (МАН), "Башҡортостан таланттары" (лауреат) , "Ғаиләм - ҡәлғәм" конкурстарында ҡатнашты. Аҡназаров Салауат, Ғүмәрова Сәйҙә гимназиянан тыш Өфө ҡалаһы буйынса үткәрелгән спорт ярыштарында актив ҡатнашалар. Салауат көрәшкә йөрөй, ә Сәйҙә еңел атлетиканы үҙ итә. Уҡыуға тырыш уҡыусылар спортта ла, төрлө ярыштарҙа ла беренселекте бирмәйҙәр. Уларҙы был беренсе аҙымдары менән ҡотлайбыҙ,уңыштар теләйбеҙ!
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий