ugbg20@mail.ru 8(347)2-72-09-26 + Задать вопрос Версия для слабовидящих
Войти:
Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Фатимы Хамидовны Мустафиной
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы
Главная
Гимназияһының 2Б класы уҡыусылары М. Кәрим исемендәге Республика милли йәштәр театрында булды
16 февралдә Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфә ҡала башҡорт гимназияһының 2Б класы уҡыусылары М. Кәрим исемендәге Республика милли йәштәр театрында булды. Әйтергә кәрәк, гимназиябыҙ укыусылары театрзың тоғро тамашасылары һәм балалар өсөн сығарылған спектаклдәрҙе даими күҙәтеп бара. Быныһында йәш тамашасылар рус труппаһы әҙерләгән “Волшебник изумрудного города” спектаклен ҡараны. А. Волковтың шундай ук исемле экиәте буйынса ҡуйылған тамаша балаларға бик тә оҡшаны. Төп геройҙар Элли һәм уның тоғро дуҫы Тотошка мажараларын улар бөтә күңелен биреп ҡараны. Ролдәрҙе талантлы башҡарыусы актерҙар менән дуҫлыҡ һәм мөхәббәт ярҙамында яуыз Гудвинға ҡаршы торҙо. Балаларыбыҙҙы белемле генә түгел, ә шулай уҡ бай мәҙәниәтле, киң ҡарашлы итеп тәрбиәләүгә күп көс һалған класс етәксебеҙ Гөлнара Хажиеваға 2Б класы ата-әсәларе исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
0
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий