Бөгөн, 29 март, "Ҡурай" лагеры уҡыусыларыбыҙ өсөн үҙенең ишектәрен асты







Бөгөн "Ҡурай" лагеры уҡыусыларыбыҙ өсөн үҙенең ишектәрен асты. Иртәнге тәмле ашты ашағандан һуң, "Йәш экологтар" түңәрәгендә шөғөлләнделәр. Диләрә Булатовна менән төрлө илдәр буйлап сәйәхәт ҡылдылар. Унан лагерҙың асыу тантанаһы үтте. Һәр отряд исем, девиз, йырын уйлап, үҙҙәре менән таныштырҙылар, музыкаль номерҙары менән сығыш яһанылар. Шулай итеп, беҙҙең лагерҙа “Смайликтар”, “Аҡбуҙат”, “Шаяндар”, “Ҡарлуғастар” отрядтары барлыҡҡа килде. Күңелле, файҙалы, хәүефһеҙ ялдар теләйек!!!
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий