ugbg20@mail.ru 8(347)2-72-09-26 Версия для слабовидящих
Войти:
Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Фатимы Хамидовны Мустафиной
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы
Главная
9 май – иң оло һәм изге байрам
9 май – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ. Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, 76 еңеү байрамын тәбрикләп, 2В класы уҡыусылары, кл. етәксеһе Сәлихова Г.Г., бик бай йөкмәткеле сара үткәрҙе. Уҡыусылар Бөйөк еңеүгә арналған төрлө йырҙар, өҙҙөрөп бейеп, шиғырҙар башҡарҙылар. Ә инде 6а, 7А класы егеттәре М. Кәримдең “Үлмәҫбай” әҫәре буйынса тамаша күрһәтеп, сараға тағы ла мәртәбә һәм йәм өҫтәнеләр. Барығыҙҙы ла Еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф , үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын!
0
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий