ugbg20@mail.ru 8(347)2-72-09-26 Версия для слабовидящих
Войти:
Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Фатимы Хамидовны Мустафиной
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы
Главная
Лагерь асыу тантанаһы
Тағы ла бер лагерҙа булған мауыҡтырғыс һәм күңелле көнөбөҙ артта ҡалды. Бөгөнгө көндөң төп сараһы - Лагерь асыу тантанаһы булды. Һәр отряд үҙенең исеме, девизы, йыры менән таныштырҙы. Сара дауамында балалар ҙур кинәнес менән шиғырҙар һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр. Байрам аҙағында лагерь начальнигы Гөлназ Әнүәр ҡыҙы лагерҙың закондары, ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Ә балалар үҙ сираттарында дуҫ, әүҙем, шаян, үткер булырға ант иттеләр. Лагерь асыу тантанаһы балаларға көн дауамына етәрлек күтәренке кәйеф бүләк итте. Улар риза һәм ҡәнәғәт булып таралышты.
1
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий