ugbg20@mail.ru 8(347)2-72-09-26 Версия для слабовидящих
Войти:
Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Фатимы Хамидовны Мустафиной
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы
Главная
Ф. Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы үҙ ҡарлуғастарын оло тормош юлына осорҙо
Гимназияны тамамлаусы егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн саф һауала, йылы ҡояш нурҙарына биҙәлгән, юғары кимәлдәге сығарылыш кисәһе ойошторолдо.

Гимназиябыҙҙың барлыҡ уҡыусылары ла өлгөргәнлек аттестаттары алып ҡыуандырҙылар. Миҙалға тамамлаусылар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. 
 
Уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең күңелдәрендә бер аҙ шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа булған мәктәп йылдары менән хушлашыу кисәһе, изге теләктәр һәм сикһеҙ ғорурланыуҙар менән уҙғарылды. 

 Байрамды ойоштороуға күп көс һалған класс етәкселәренә - Зөлфиә Ташбулат ҡыҙына, Фирҙәүес Фәнуз ҡыҙына , йыр уҡытыусыһы һәм бөгөнгө кисәне алып барыусы Әлиә Рәфҡәт ҡыҙына, кисәне музыкаль яҡтан биҙәүсе Эльнара Марс ҡыҙына, йор һүҙле уҡыусыбыҙ, алып барыусы Заһизуллин Уралға, ата - әсәләргә, барлыҡ уҡытыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Сығарылыш уҡыусыларына тик уңыштар һәм киләсәккә аңлы ҡараш теләйбеҙ!
0
Поделиться в:
Комментарии
Войдите, чтобы оставить комментарий